Республика ашнаҡсылары оҫталыҡта көс һынашты

Беренсе урын алыусыға 50 мең һумлыҡ дәртләндереү сараһы. Башҡортостанда «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының республика этабында иң яҡшы ашнаҡсы билдәләнде.

Өфө туҡланыу индустрияһы һәм сервис колледжында ойошторолған бәйгелә район-ҡалаларҙан йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Конкурсанттар технологик ҡорамалдар менән йыһазландырылған эш урыны һәм өҫтәлгә ҡуйылған азыҡ-түлек менән танышҡандан һуң ваҡытҡа өс төрлө ризыҡ әҙерләне. Бешереү процессын эксперттар комиссияһы күҙәтте. Иғтибар ризыҡтарҙың рецептына, порцияның нисбәтенә һәм биҙәлешенә йүнәлтелде. Эш барышында санитар-гигиена талаптары ла теүәл үтәлергә тейеш ине.

Конкурсты Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы төбәктең кулинарҙар, рестораторҙар һәм отельерҙар ассоциацияһы менән берлектә ойошторҙо. Тәүмаҡсат - йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендәге һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү, ашнаҡсыларҙың һөнәри оҫталығын һәм белемен камиллаштырыу. Конкурс еңеүсеһе Стәрлетамаҡтан Рима Черненко Башҡортостан данын августа Вологда ҡалаһында үтәсәк федераль этапта яҡлай.