Өфөлә 13-сө Бөтә Рәсәй йәш ғалимдары советы съезы ҡунаҡтары өсөн экскурсия үтте

Рәсәйҙең ун биш төбәгенән йыйылған вәкилдәргә вуз-ара студенттар кампусы лабораториялары, атап әйткәндә, дрондарҙы осороу һәм йыйыу майҙансығы күрһәтелде. Шулай уҡ уйын платформалары һәм программа тәьминәтен эшләү, роботтарҙы йыйыу, 3Д принтер ярҙамында авиадвигателдәр өсөн деталдәр яһау процесы менән таныштырҙылар.

Республика Рәсәйҙең ғилми-технологик үҫеш рейтингында алдынғы төбәктәр исемлегендә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән йәш ғалимдар өсөн матди-техник яҡтан барлыҡ уңайлыҡтар, төрлө премиялар булдырыла, фәнни тикшеренеүҙәр өсөн аҡсалата ярҙам бүленә. Һуңғы өс йылда ғына республика фәне өсөн бюджеттан 850 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө бер нисә көнгә илдең фәнни баш ҡалаһына әйләнәсәк. Башҡортостан 2 июлдән 4-нә тиклем Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар советтары һәм студенттарҙың ғилми берләшмәләре съезын ҡабул итә. Сараның төп маҡсаты - тәжрибә уртаҡлашыу һәм илдең фәнни-техник үҫешен арттырыу.