Хәрби хәрәкәттәр ветерандары Ҡоролтайҙа патриотик эшмәкәрлеге өсөн бүләкләнде

Бөгөн Рәсәйҙә хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы рәйесе Константин Толкачёв «Шурави» хоккей командаһы ағзалары менән осрашты. Афған һуғышы һәм махсус хәрби операция ветерандарын берләштергән хоккей командаһы боҙҙа сығыш яһауҙан тыш, белем биреү учреждениеларында әүҙем йәмәғәт эше алып бара, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә күп көс һала. Иҫтәлекле көндө ветерандар Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай наградаларына лайыҡ булды.