Өфөлә ветерандар Ватанды һаҡлаусылар иҫтәлегенә сәскә һалды

Өфө Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө уңайынан локаль бәрелештәр, махсус хәрби операция ветерандары һәм ҡала хакимиәте вәкилдәре «Беренсе май» паркында Ватанды һаҡлаусылар мемориалына сәскә һалды.

Хәрби хәрәкәттәр ветерандары тиҫтә йылдан ашыу июлдең тәүге көнөндә яуҙаштары менән осраша, хәрби бәрелештәрҙән иҫән ҡайта алмаған дуҫтарын иҫкә ала. Башҡортостанда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан 25 меңдән ашыу ветеран йәшәй. Улар йәмәғәт ойошмаларына берләшеп, йәш быуынды патриотик тәрбиәләүҙә ҡатнаша. Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө Рәсәйҙә 2009 йылдан алып билдәләнә. Әлегә рәсми статусы булмаһа ла, был дата йыл һайын илебеҙҙә билдәлелек яулай бара.