Шишмә районында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Солтан Хәйҙәров 100 йәшлек юбилейын билдәләне

Бер быуатлыҡ юбилей уңайынан ветерандың яҡындары һәм ауылдаштары уның йорто алдында байрам ойошторҙо. Бикәй ауылында тыуып үҫкән Солтан Хәйҙәров 18 йәшендә фронтҡа китә, 1943 йылда пленға эләгеп тотҡонлоҡ михнәттәрен татый. Һуғыштан һуң тыуған яғына ҡайтып умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Ҡаһарман ветеран Жуков, «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары, Шайморатов ордены менән бүләкләнгән. Уның тормош иптәше былтыр вафат булған. Ғаилә пары өс бала тәрбиәләп үҫтергән.