Осрашыуҙа матбуғат баҫмалары менән сауҙа итеүҙе һаҡлап ҡалыу юлдары ҡаралды. Былтыр Рәсәй Хөкүмәте билдәләгән яңы стандарттарға ярашлы, 10 мең кешегә кәмендә 4-5 сауҙа нөктәһе баҫма продукция тәҡдим итергә тейеш. Ултырышта билдәләнеүенсә, әле Өфөлә ошондай 533 объект иҫәпләнһә әммә уларҙы тағы ла арттырыу мотлаҡ. Хәҙерге шарттарҙа гәзит-журналдар халыҡҡа сифатлы рухи аҙыҡ булырға тейеш, ил етәкселеге лә ошондай талап ҡуя тине ултырышта ҡатнашыусылар.