"Башнефть" хеҙмәткәре самолетта кеше ғүмерен ҡотҡарған

Роснефттең «Башнефть-Новойл» филиалының социаль программалар бүлеге етәксеһе Людмила Грачева Өфө-Санкт-Петербург авиарейсында осош  ваҡытында оло йәштәге пассажирға тәүге ярҙам күрһәткән.

72 йәшлек Николай Петрович самолетта аңын юғалтҡас, бығаса 10 йылдан ашыу хирургияла эшләгән Людмила бер секунд та юғалып ҡалмай, хәлдең киҫкенлеген баһалап кәрәкле саралар үткәрә һәм самолетты Ҡазанда ултыртыуҙарын һорай. Был батырлыҡ тураһында һуңыраҡ авиакомпания хеҙмәткәрҙәре ярҙамында билдәле була. Людмила үҙе был мәлдә профессиональ тәжрибә һәм кешелек принциптарына таянып эш иттем ти. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Башҡортостан нефтселәре, ҡайҙа ғына булмаһындар, әленән-әле ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтә.

Юғары профессионализм һәм ярҙамға килергә әҙерлек – «Роснефть» компанияһының корпоратив мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө. Компанияның бөтә хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса уҡыуҙар үтә.