Ялдан һуң йәнә хәрби позицияларға. Өфөнән ике аҙналыҡ ялдан һуң бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов егеттәргә ил алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәүҙәрен һәм иҫән-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Тантаналы сара ғәҙәттәгесә, Өфө-Арена янындағы майҙанда үтте. Хәрбиҙәрҙе оҙатырға уларҙың яҡындары, ғаиләләре һәм дуҫтары килгәйне. Алғы һыҙыҡта хәрби бурысын үтәгән иптәштәренә яугирҙар посылкалар һәм күстәнәстәр ҙә алған.
Алғы һыҙыҡҡа юлланған яугирҙарҙар ялды ғаиләһе менән үткәргән. Йорт мәшәҡәттәре менән булышҡан, тәбиғәттә ял иткән. Ромби ҡушаматлы яугир һөйгән йәре менән никах туйы үткәргән.