Баймаҡ районы хужалыҡтары араһында һыйырҙы машина менән һауыу һәм яһалма аталандырыу операторҙары араһында һөнәри оҫталыҡ конкурсыв үтте. Йылдағыса, йәй миҙгелендә генә уҙғарылған сарала һөнәр оҫталпры асыҡланды. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Ленин исемендәге ауыл хужалығы йәйләүендә 8 һауынсының теория буйынса белемдәре тикшерелде. Артабан ҡатын-ҡыҙҙар һауын аппаратын ваҡытҡа һүтеп-йыйҙы, унан практик белемдәре һыналды. Улар барлыҡ санитар талаптарҙы үтәп, һыйырҙы һауымға әҙерләне. Конкурстың был этабында һауынсының белеме генә түгел, ә һөттөң сифаты, таҙалығы ла баһаланды. Ярышта Ишмырҙа ауылынан Мәүлиха Әфләтуноваға етеүсе булманы.
Яһалма аталандырыу буйынса белгестәр ҙә ғәмәли һәм теоретик белеме буйынса һынау тотто. Шулай уҡ улар лабораторияла оҫталығын күрһәтте, малдарҙы аталандырыуға әҙерләне. Был конкурста ла “Рәсүлев” фермер хужалығы вәкилдәренә тиңдәр булманы.
Малсылыҡ конкурсы иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙе асыҡлауҙан тыш, һөнәрҙең абруйын да арттыра. Дөйөм алғанда, ярыштар район хужалыҡтарында тәжрибәле һәм оҫта хеҙмәткәрҙәрҙең булыуын күрһәтте.
Рүзилә Ғүмәрова