Ишембай районында Ишем ауылының 350 йыллығына арналған байрам саралары үтте

Бай тарихлы биләмә. Ишембай районында Ишем ауылының 350 йыллығына арналған байрам саралары үтте. Кесе Ватанын ихлас яратҡан яҡташтар йыйынында үҙешмәкәр коллективтар концерт ҡуйҙы, ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолдо, майҙанда шулай уҡ тарихи экпозициялар әҙерләнгәйне. Ауылдың юбилейы уңайынан урам-ихаталарҙа төҙөкләндереү эштәре башҡарылған, урындағы халыҡ өмәләрҙә оло теләк менән ҡатнашҡан. Биләмәне үҫтереүҙә ситтә йәшәгән яҡташтар ҙа әүҙемлек күрһәтә. Сара сиктәрендә тырыш һәм өлгөлө ғаиләләр тәбрикләнде, хеҙмәт ветерандары һәм һуғыш балаларына хөрмәт күрһәтелде.