Мәскәүҙәге һабантуй Ватанды һаҡлаусылар йылына бағышлана

Мәскәүҙә һабантуй була. Халыҡ байрамы 5 июлдә "Коломенское" музей-ҡурсаулығында үтә. Сара Мәскәү, Башҡортостан һәм Татарстан хөкүмәттәре ярҙамы менән уҙғарыла. Быйыл байрам Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, Ватанды һаҡлаусылар йылына бағышлана. Геройҙар тураһында күргәҙмә булдырыла, "Махсус хәрби операция яугирҙарына хаттар" тигән акция ойошторола, маскировка селтәре үреү буйынса оҫталыҡ дәресе була. Ил тарихы менән танышыу мөмкинлеге бар, дрондар менән идара итергә, парашют төрөргә өйрәтәсәктәр. Һабантуйҙың төп майҙанында билдәле артистар сығыш яһай. Спорт ярыштары ҡаралған. Көрәш һәм ҡырғыҙ көрәше буйынса донъя кубогының финалы уҙғарыла.