Махсус хәрби операция яугирҙары - беҙҙең осорҙоң төп кешеләре. Уларҙың иң көслөләре етәксе вазифаларға әҙерләнәсәк. Бөгөн Республика йортонда «Башҡортостан геройҙары» программаһының йәмәғәт советы ултырышында һайлап алыу этаптарына йомғаҡ яһалды. Маҡсат хәрбиҙәр һәм ветерандар араһынан идарасылар резервын булдырыу. Финалға сыҡҡан 70 кешенең һәр ҡайһыһы оҙайлы белем алыу программаһы үтеп, төбәктең идарасы командаһындағы остаз ҡарамағында эшләйәсәк - тармаҡты һәр кем үҙе һайлай ала. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында уҙғарылған эшлекле осрашыуҙан киләһе материал.
Урал Әхмәров Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле башҡорт батальоны составында хеҙмәт иткән осорҙо ғорурланып хәтерләй. Һәр яугир ҡаһарманлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө. Былтыр сентябрҙә яҡташыбыҙ һаулыҡ торошона бәйле контрактын өҙөп , хәрби юлын тамамлаған. Тыуған яҡҡа ҡайтыу менән ул юғары уҡыу йортонда белем ала башлай. Тағы ла бер еңеүе - республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн иғлан ителгән «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проектында уңышлы сығыш яһаған.
«Башҡортостан геройҙары» проекты республика башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән быйыл февралдә старт алғайны. Ул Рәсәй Президенты башланғысы менән тормошҡа ашырылған «Геройҙар ваҡыты» федераль проектына оҡшаш, төбәк кимәлендә үтә. Программаны уңышлы үтеүселәр дәүләт һәм муниципаль власть органдарына, шулай уҡ төрлө предприятиеларға эшкә урынлаштырыласаҡ. Билдәле булыуынса, проектта ҡатнашыуға ике меңдән ашыу ғариза бирелгәйне, һайлап алыу этаптары һөҙөмтәләре буйынса 70 кеше бер йыллыҡ мәғариф программаһын башлай.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар иҫәбенән яңы быуын идарасылары, юғары квалификациялы, компетентлы етәкселәр әҙерләү бурысы ҡуйылған. «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының йәмәғәт советы ултырышында Радий Хәбиров һайлап алыу этаптарын уңышлы үтеүселәрҙең мәғариф процесына оло теләк менән һәм аңлы рәүештә ҡушылыуына, уҡыуҙар һәм стажировкалар барышында юғары әүҙемлек күрһәтеүенә ышанысын белдерҙе.
Ултырышта мәғариф программаһының дүрт модулдән тороуы билдәләнде. Уҡытыусылар, остаздар составын көсәйтеү бурысы ҡуйылды.
Төбәктә тормошҡа ашырылған күләмле кадрҙар проектының дауамы ла була. Яҡынса туғыҙ айҙан һуң тыңлаусыларҙың икенсе ағымы тупланасаҡ. Тимәк, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар тағы ла бер тапҡыр һайлап алыу этаптарында ҡатнашып, үҙ көсөн һынап ҡарай аласаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина