Башҡортостандың батыр улдары. Алғы һыҙыҡтағы бер төркөм яугирҙар Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Дәүләт наградаһын Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов тапшырҙы. Был юғары баһа яҡташтарбыҙҙың Ватан алдындағы ҡаһарманлығын һәм фиҙаҡәрлеген таныу булып тора. Легендар башҡорт генералы вариҫтары менән БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов осрашты.
«Ҡасим» ҡушаматлы яугир, ун йыл буйына вахта ысулы менән иретеп- йәбештереүсе булып эшләгән. Тормошо яйлы ғына барғанда, көтмәгәндә бөтәһе лә үҙгәрә. Махсус хәрби операция башланғас, уның иптәштәре тыуған ил һағына баҫа. «Ҡасим»дың да күңелендә тыныслыҡ юғала. Бер яҡтан, яратҡан эшен дә ҡалдырғыһы килмәй , икенсе яҡтан - тыуған илгә булған бурыс тарта . Оҙаҡ уйлап йөрөгәндән һуң, тәжрибәле хеҙмәткәр контракт төҙөй. Бөгөн яугир ремонт ротаһының алтын ҡуллы белгесе.
«Башҡортостан» полкының ремонт ротаһында хеҙмәт иткән бер төркөм яугирҙар Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Награда уларға Ватанды һаҡлауҙа күрһәткән батырлыҡтары һәм фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн бирелде. Сөнки тап ошо ир-аттар алғы һыҙыҡта техниканың һәм ҡоралдың сәғәт кеүек эшләүен тәьмин итә.
Дәүләт наградалары Донецк халыҡ республикаһында хәрби бурысын үтәгән яҡташтарыбыҙға ла тапшырылды. Бөгөн 1219 полкы составында мобилизацияланған яугирҙар хеҙмәт итә. Бүләкләнеүселәр араһында Сибайҙан «Юля» ҡушаматлы санитар инструктор ҡыҙ ҙа бар. Ирек Сәғитов яугирҙарға рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, уларҙың ҡаһарманлығы оло ғорурлыҡ булыуын билдәләне.
Пензала хәрби әҙерлек үткән Башҡортостан вәкилдәре Донбас ерендә ысын батырлыҡ күрһәтә. Әлбиттә, дошман позицияларын алыу еңел бирелмәй. Көндәлек хәүеф, юғалтыуҙар, өҙлөкһөҙ көсөргәнеш һәр һалдаттың иңендә ауыр йөк булып ята. Әммә тап ошондай шарттарҙа ла яҡташтарыбыҙ берҙәм команда булып эшләй һәм ауыр минуттарҙа бер-береһен ташламай. Әйткәндәй, егәрлелек республиканың һәр яугиры өсөн хас, ти командирҙар.
Вице-премьер алғы һыҙыҡта эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәрен дә үтеп киткән һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Билдәле булыуынса, фронттағы аҡ халатлылар тырышлығы менән яралы һалдаттар тиҙерәк аяҡҡа баҫа, тимәк хәрби иптәштәренә янына ҡайта. Шуға ла медиктар һәр һалдат өсөн ышаныслы терәк һәм рухи таяныс булып тора.
Яугирҙар фронт шарттарында ла өй мөхите тыуҙырырға тырыша. Теплицала йәшелсә үҫтерә, ҡош-ҡорт аҫрай, мал-тыуар тәрбиәләй. Шулай итеп, «мини-ферма»лар яугирҙарҙың көсөн арттырыусы, рухын нығытыусы мөһим фактор булып тора. Был уларға ышаныс менән алға барырға, тыуған яҡҡа еңеү менән ҡайтыуға өмөт уята.
Илдар Байбулатов