Бөгөн Зәки Вәлиди исемедәге Милли китапхана алдындағы майҙанда «Йөрәгемдә һайрай һандуғас» тип исемләнгән шиғри-музыкаль кисә үтте. Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың тыуыуына 95 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған кисәлә шағирҙың шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғыраны, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев авторҙың шиғырҙарын уҡыны.
Милли китапхана хеҙмәткәрҙәре Абдулхаҡ Игебаевтың ижады һәм тормошона арнап күргәҙмә лә ойошторғайны. Ошонда уҡ ҡул оҫталары үҙенсәлекле сувенирҙар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим итте. Теләгән һәр кем тәмле сәй менән һыйланды.