Ейәнсура районының Ибрай мәктәбе бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Тарихы дата уңайынан төбәктә тантаналы сара үтте. Байрам көндө сығарылыш класс уҡыусыларына өлгөргәнлек аттестаттары ла тапшырылды. Теманың дауамы киләһе яҙмала.
Ейәнсура районының Ибрай мәктәбе 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Был көн мәктәп өсөн генә түгел, ауыл халҡы, Ейәнсура районы һәм бөтә республика өсөн ҙур байрам булды. Сөнки Ибрай урта мәктәбен тамамлаған уҡыусылар бөгөн инде республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәй кимәлендә танылыу яулаған шәхестәр. Бөгөн уларҙың бөтәһен дә ошо ҙур байрам берләштерҙе.
Ибрай урта мәктәбенең ҡаҙаныштары быуаттар үтһә лә үҙгәрмәй,сөнки ысынлап та был мәктәптә абруйлы уҡытыусылар эшләй. Улар ҡасандыр ҙур йола булып килгән мәктәп традицияларын, уҡытыу йолаларын, тәрбиә эшен күсә килешек менән дауам итә. Әлеге мәлдә мәктәптә сығарылыш уҡыусылары ҡулдарына аттестат алды.
Ейәнсура районының Ибрай урта мәктәбе белем йәһәтенән генә түгел, балаларҙы хеҙмәткә тәрбиәләү, ижади яҡтан асыу, спорт буйынса ла бөгөн ҙур эштәр алып бара. Спорт менән шөғөлләнеү буйынса махсус майҙансыҡ, компьютер кластары бар, һәм әлбиттә, ошонда ҡасандыр уҡып киткән данлы уҡыусыларҙың музейы уларҙың һәр береһендә ғорурлыҡ тойғоһо уята һәм яңы эштәргә әйҙәй.