Константин Толкачев «Берҙәмлектә -көс» хәйриә концертында ҡатнашыусы сәхнә оҫталарын бүләкләне

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев «Берҙәмлектә -көс» хәйриә концертында ҡатнашыусы сәхнә оҫталарын бүләкләне. Ватан һаҡсыларын данлау өсөн ойошторолған илһөйәрлек проектында республикала билдәле артистар сығыш яһаны. Данлыҡлы опера йырсыһы Асҡар Абдразаҡов, Башҡортостандың халыҡ артистары Әнүәр Нурғәлиев, Геннадий Родионов, Хөрмәтулла Үтәшев, Нәзифә Ҡадирова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Гөлсөм Бикбулатова, Алмаз һәм Айҙар Юнысовтар тәбрикләнде.

«Берҙәмлектә - көс» хәйриә концертының төп маҡсаты илебеҙҙе һәм граждандарҙың тыныс тормошон яҡлаған хәрбиҙәргә рәхмәт белдереү. Илһөйәрлек проекты сиктәрендә артистар сығышы менән 1 млн 300 мең һум аҡса йыйылған. Был сумма ватан һаҡсыларына гуманитар ярҙам туплауға йүнәлтелгән.