Башҡортостанда йәш ғалимдарға ярҙам буйынса алып барылған эштәр юғары баһаланды

Дәүләт Думаһының Фән һәм юғары белем буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Мажуга белдереүенсә, бөгөнгө шарттарҙа  илдең  технологик үҫешен тәьмин итергә  кәрәк.  - Йыл һайын йәш ғалимдарға ярҙам саралары рейтингын төҙөйбөҙ. Уҙған йылда Башҡортостан беренсе урын алды. Йәш тикшеренеүселәргә ярҙам республикаға киләсәктә фән үҫешендә лидер булырға мөмкинлек бирәсәк. Башҡортостанда белгестәр йәлеп итеү, уларға шарттар булдырыуға бәйле ҙур эштәр алып барыла, тине  Александр Мажуга. Был көндәрҙә Өфөлә йәш ғалимдар һәм студент берләшмәләре советтары съезы үтә.