Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән кәңәшмәлә белдерелде. Башҡортостанда йылына 16 миллиард кубик метр газ ҡулланыла. Әле был тармаҡта 4 ҙур проект ғәмәлгә ашырыла. Шулай уҡ Рус Юрмашы ауылында газ станцияһы төҙөлә. Яңы объекттар Өфө агломерацияһы үҫешенә булышлыҡ итергә тейеш.