Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылында үлемесле янғын теркәлгән

Кисә Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылында үлемесле янғын теркәлгән. Утҡа ҡаршы көрәшкә ирекле янғын һүндереүселәр һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғында 60 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлгән. Ваҡиға мәлендә өйҙә ике үҫмер ҙә була. Йәштәр үҙ аллы утты һүндерергә маташа, ләкин ул бик тиҙ тарала. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, янғын электр ҡорамалдарының эшләмәүе һөҙөмтәһендә килеп сығыуы ихтимал. Йортта янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡоролма урынлаштырылған, әммә, үҫмерҙәр әйтеүенсә, ул һүндерелгән булған. Әле урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй.