Көслө ел Федоровка һәм Благовещенда биналарҙы ҡыйратты

Башҡортостанда дауыл ҡупҡан. Көслө ел өйҙәрҙең ҡыйығын аҡтарған. Тәбиғәт ғәрәсәте Благовещен һәм Федоровка райондарында теркәлгән. Федоровка район үҙәгендә дауыл йорттоң, гараждың һәм мунсаның шиферын алып ташлаған. Трошкин ауылында ферманың ҡыйығы аҡтарылған. Ә Языков ауылында гараж ҡыйығын осорған. Бәхеткә, кешеләр араһында зыян күреүселәр юҡ.