Хәйбулла районының Яңы Ергән мәктәбе уҡыусылары үҙҙәрен агроном һөнәрендә һынай

Хәйбулла районының Яңы Ергән мәктәбе уҡыусылары үҙҙәрен агроном һөнәрендә һынай. Йәйге каникулды файҙалы үткәрергә теләгән малай-ҡыҙҙар баҡсала йәшелсә-емеш үҫтерә, ҡош-ҡорт ҡарай.

Яңы Ергән ауылында мәктәп уҡыусылары өсөн хеҙмәт лагеры 2012 йылдан алып ойошторола. Быйылғы сменала һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән, шулай уҡ өлөсәй-олатайҙарына йәйге каникулға килгән балалар ҙа ҡатнаша. 14 йәштән ҙур 18 малай-ҡыҙ хеҙмәт лагерына Мәшғүллек үҙәге ярҙамында урынлашҡан. Мәктәп яны биләмәһендә улар ҡыяр, картуф, кәбеҫтә кеүек йәшелсәләрҙән тыш, виноград та үҫтерә. Үҫмерҙәр орлоҡ әҙерләү һәм үрсетмәләрҙе үҫтереүҙән алып барлыҡ этаптарҙы үҙләштерә. Бынан тыш, хужалыҡта бройлерҙар аҫрала. Хеҙмәт лагерында илһөйәрлек тәрбиләүгә лә ҙур иғтибар бирелә. Эштән буш ваҡытта уҡыусылар махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яугирҙар өсөн маскировка селтәрҙәре үрә.