Өфөлә «Белемгә юл» проекты старт алды

Өфөлә «Белемгә юл» проекты старт алды. Ул тротуарҙарҙы төҙөкләндереү программаһының дауамы булып тора. Уға ярашлы 81 объектты ремонтлау планлаштырыла, уларҙың 67-һе мәктәптәр һәм балалар баҡсалары. Бөгөн 23 участкала эш тамамланған, ә 17 урында дауам итә.

Был урында эш бер ай барҙы, әлеге ваҡытта газонды йәшелләндерәһе ҡалды, тротуарҙар әҙер.Төҙөкләндереү саралары уҡыу йылы башланғансы дауам итәсәк.

Эрик Кайбышев, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ идаралығы хеҙмәткәре

Белгестәр белем усаҡтарына илткән юлдарҙы тәртипкә килтерәсәк, 50-нән ашыу урынға юл билдәләре ҡуйыласаҡ һәм алмаштырыла. Балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн өс яңы светофор өҫтәләсәк, ә икәүһе яңыртыла. Проект шулай уҡ 247 метр арауыҡты ҡойма менән уратыуҙы, биләмәләрҙе яҡтыртыуҙы ла күҙ уңында тота.