Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә углекислы газ баллоны шартлаған. Ошо сәбәпле балкондың ишеге һәм быялаһы ватыла. Ваҡиға бөгөн көндөҙ Гагарин урамындағы йорттарҙың береһендә теркәлгән. Дүртенсе ҡаттағы фатирҙа биш литрлыҡ углекислы баллон шартлай. Ҡотҡарыусылар торлаҡты тикшергән, бәхеткә күрә зыян күреүселәр һәм һәләк булыусылар юҡ.
Белгестәр балкондың аҫылмалы бетон плита конструкцияһын һүтергә ниәтләй. Йорт эргәһе уратып алынған. Урында Рәсәй ғәҙәтәтән тыш хәлдәр министролығы, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм баш ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығы ҡотҡарыусылары эшләй.