Салауат ҡалаһында етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға фатир асҡыстары тапшырылды

Быйыл ҡалала етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн 47 миллион һумдан ашыу субсидия бүленгән. Планлаштырылған 13 йорт урынына 29 фатир һәм 1 сертификат алынған. Әле 164 кеше сират көтә. Улар - 14 йәштән өлкән үҫмерҙәр һәм йәштәр. Фатирға эйә булғандан һуң да балалар яңғыҙ ҡалмай. Еге-ҡыҙҙарға 5 йыл дауамында ҡала хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлеге төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә.

Ҡала хакимиәтенә һәм опека бүлеге хеҙмәткәрҙәренә миңә үҙаллы йәшәргә мөмкинлек биргәндәре өсөн рәхмәтемде белдерәм.

Милена Ҡотлогилдина, фатир туйлаусы