Өфөлә Гөлнәзирә Торомтаеваның фотокүргәҙмәһе асылды

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте магазинында Гөлнәзирә Торомтаеваның фотокүргәҙмәһе асылды. Ижадсының беренсе шәхси күргәҙмәһе ғаилә портреттарына арналған. Гөлнәзирә Торомтаева - Баймаҡ районының Мерәҫ ауылынан. Уның оҫталығы күптәрҙе һоҡландыра. Ойоштороусылар әйтеүенсә, күргәҙмә донъяға, ғаилә ҡиммәттәренә талантлы фоторәссам объективы аша бағыу мөмкинлеген бирә. Экспозиция менән 5 августҡа тиклем танышырға мөмкин.