Өфөнән көн һайын мең тоннанан ашыу сүп-сар сығарыла

Ҡалала 110 махсус машина эшләй. Был турала Ҡаланы таҙартыу буйынса автомобиль хужалығы етәксеһе Рәмис Зияҡаев белдерҙе. Уның әйтеүенсә, сүп-сар сығарыуҙа ҡатмарлыҡтар бар. Йыш ҡына контейнерҙар янында машина ҡалдарып китәләр. Улар эшкә ҡамасаулай.