Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Геройҙар иле” хәрби-тарихи лагерында ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. 300-ҙән ашыу үҫмер менән асыҡ диалог формаһында ойошторолған осрашыу “Патриот” паркында үтте. Үҫмерҙәр республика башлығының был вазифаға тиклемге тормош юлы, бала саҡ хыялдары, яҡын арала үткәреләсәк илһөйәрлек саралары, яратҡан урындары тураһында белеште.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтСменала Рәсәйҙең 22 төбәгенән йыйылған 350 үҫмер ҡатнаша, уларҙың яртыһы республика район-ҡалаларында белем алған уҡыусылар. Смена барышында спорт ярыштары, хәрби-тактик уйындар, оҫталыҡ дәрестәре, тарих буйынса лекциялар, ижади кисәләр ойошторола.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Геройҙар иле” лагеры 2019 йылдан алып тормошҡа ашырыла. Башҡортостанда ул республика һәм Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте араһында төҙөлгән килешеү нигеҙендә икенсегә уҙғарыла.