Бөгөн Өфөгә Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры килде. Республика башлығы Радий Хәбиров Антон Котяков менән осрашты. Көн тәртибендә - мәшғүллек хеҙмәтен һәм дәүләттән тыш социаль хеҙмәтләндереү секторын үҫтереү һорауҙары, шулай уҡ республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары ҡаралды.
Эшһеҙлек ил буйынса уртаса күрһәткестәрҙән түбәнерәк. Атап әйткәндә, һуңғы ваҡытта республикала 51 мәшғүллек үҙәге яңыртылды. Антон Котяков билдәләүенсә, Башҡортостандың был йүнәлештәге тәжрибәһе башҡа төбәктәр өсөн файҙалы буласаҡ. Бөгөн федераль чиновник Ростехтың «Өфө моторҙар төҙөү производство берекмәһе»нең производство-уҡыу үҙәге, «Именлек» республика геронтология үҙәге эше менән танышмаҡсы. Шулай уҡ Башҡортостандың Урал аръяғы райондарына эш сәфәре лә планлаштырылған.