Ишембай район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов хәбәр итеүенсә, һәйкәл Петровское ауылында урынлаштырылды. Ул Тыуған илде һаҡлаған яугирҙарҙың ҡаһарманлыҡ символы булып тора. - Беҙҙең бурыс уларҙың исемен мәңгеләштереү. Һәйкәлдең балаларға патриотик тәрбиә биреүҙә лә әһәмиәте ҙур, тип яҙа Азат Ишемғолов.