Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков менән Сибайҙа модулле мәшғүллек үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты. Былтыр йыл аҙағында асылған заманса объект Рәсәйҙә тәүге модулле мәшғүллек үҙәге тәжрибәһе һанала. Эш эҙләгән граждандарға ярҙам итеү маҡсатында сафҡа индерелгән комплекста һөнәри уҡыуҙар үтергә, психологик һәм социаль ярҙам алырға мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Рәсәйҙә асылған беренсе модулле мәшғүллек үҙәге - Сибайҙа. Былтыр йыл аҙағында сафҡа индерелгән үҙәк аша ай һайын тиҫтәләгән кеше эшкә урынлаша, һөнәри уҡыуҙар һәм курстар үтә. Заманса модулле мәшғүллек үҙәге эшмәкәрлеге менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков танышты. Ярты йыл эсендә бында 200 кеше мөрәжәғәт иткән һәм уларҙың күбеһе үҙенә тап килгән эш урыны тапҡан.
«Демография « милли проекты сиктәрендә асылған Сибай мәшғүллек үҙәгендә эш эҙләүселәргә шәхси ҡараш менән ярҙам ителәр. Йәш әсәнең сабыйҙарын балалар баҡсаһына урынлаштырыу, психолог ярҙам, белгестәр менән һөнәри консультация һәм башҡа хеҙмәттәр ҡаралған. Махсус хәрби операция ветерандарын эшкә урынлаштырыу һорауҙары өҫтөнлөклө маҡсат.
Эшсе ҡулдар эҙләгән предприятие етәкселәре мәшғүллек үҙәгендә кадрҙар мәсьәләһен хәл итә. Урала аръяғындағы байтаҡ ойошмалар яңы хеҙмәткәрҙәр менән тулыланған.
Сибайҙан тыш төбәктә модулле мәшғүллек үҙәге Туймазы районында ла эшләй. Бынан тыш быйыл республика буйынса тағы ла 6 мәшғүллек үҙәге төҙөлөр тип күҙаллана. Башҡортостанда социаль ярҙам сифатын яҡшыртыу, мәшғүллек үҙәктәре модернизацияһы артабан дауам итә.
Флорида Ким