Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар съезында ҡатнашҡан Михаил Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты студенттары менән осрашты.
Баш ҡала ҡунаҡтары Рәсәйҙең төрлө тәбәкәтәренән. Парламент етәксеһе Өфөгә тәүгә килгән йәштәрҙе республика тураһында мәғлүмәттәр, төбәк иҡтисадының төп үҫеш йүнәлештәре менән таныштырҙы. Әңгәмә барышында Бпашҡортостанда фән һәм мәғариф өлкәләре торошо һәм үҫеш юлдары, был йәһәттән студенттар һәм йәш ғалимдарға тыуҙырылған мөмкинлектәр тураһында ла һүҙ барҙы. Съезд делегаттары үҙҙәрен ҡыҙыһындырған төрлө һорауҙарға яуаптар алды. Улар өсөн республиканың парламент тарихы музейына экскурсия ойошторолдо. Осрашыу һуңында Константин Толкачев республиканың йәш ғалимдарҙы көтөүенә һәм уларға төбәктә йәшәү һәм фән менән шөғөлләнеү өсөн тейешле шарттар тыуҙырыласағын белдерҙе.