Өфөлә махсус хәрби операция яугирҙары өсөн ҙур гуманитар ылау әҙерләнә

Был турала социаль селтәрҙә ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев  хәбәр итте. Яугирҙарға  автомобиль, мототехника,  дрондар, башҡа кәрәк-яраҡ алып барыласаҡ. Пилотһыҙ осоу аппараттарынан һаҡланыу  сараларына айырыуса  иғтибар була.