Стәрлетамаҡта 76 йәшлек ҡатын 600 мең һумға алданған

Уға  шылтыратыусы  үҙен почта хеҙмәткәре  тип танытҡан, посылканы  алыу  өсөн  телефонға  килгән смс-кодты әйтергә күндергән. Ошонан һуң ҡатынға икенсе телефондан шылтыратҡан кеше үҙен именлек  хеҙмәткәре тип таныштырған, пенсионер исеменә кредит алырға теләүҙәре, аҡсаны дуҫ булмаған илгә күсерһәләр енәйәт кодексы буйынса  яуап бирәсәге  менән янаған, шуға  булған  аҡсаһын  хәүефһеҙ иҫәпкә һалырға кәрәк тигән.  Ҡатын 600 мең һумын мутлашыусыларға күсергән.