Был турала Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров белдерҙе. 700 яғыулыҡ станцияһы, 500-ҙән ашыу магазин, 230 кафе, 22 ҡунаҡхана, 58 электромобиль зарядлау станцияһы бар. - Башҡортостанда юл яны сервисын үҫтереү концепцияһы 2030 йылға тиклем оҙайтылды. Тағы 1 меңдән ашыу объект төҙөү һәм шунсаһын төҙөкләндереү маҡсаты ҡуйылған, - тине министр.