«Мәләүез минераль ашламалар» предприятиеһы 50 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Химия сәнәғәте һәм ауыл хужалығы тармағы өсөн ҙур күләмдә аммиак селитраһын етештереүсе ҡеүәтле завод хеҙмәткәрҙәрен юбилей уңайынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Эш сәфәре барышында төбәк етәксеһе Мәләүез һөт-консерва комбинаты эшмәкәрлеге менән танышты, төҙөкләндерелгән «Спартак» стадионын асыу тантанаһында ҡатнашты. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Рәсәйҙә минераль ашламалар етештереүсе ҙур предприятие 50 йыллыҡ юбилейын юғары күрһәткестәр менән ҡаршы алды. Аммиак селитраһын һәм азот кислотаһын етештереүсе завод химия сәнәғәте һәм ауыл хужалығы өлкәләрен юғары сифатлы продукция менән тәьмин итә. 1975 йылда ойошторолған предприятие тауарҙары Рәсәй төбәктеренә генә түгел, Ҡаҙағстан, Монголия, Ҡырғыҙстан һәм Әрмәнстанға һатыуға оҙатыла. Төбәк етәксеһе һөнәри ҡаҙаныштарға ирешкән тәжрибәле хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы.
Минераль ашламалар етештереүсе ҡеүәтле предприятие йылдам үҫешә, производство майҙандары киңәйтелә . 2027 йылға иҫәпләнгән инвестиция проектына ярашлы йылына 322 тонна аммиак селитраһын етештереү өсөн цех сафҡа индерелгән.
Мәләүез ҡалаһына эш сәфәре сиктәрендә Радий Хәбиров һөт-консерва комбинаты эшмәкәрлеге менән танышты . Һөт, май, ҡаймаҡ һәм башҡа продукция етештергән предприятие үҫеш юлында. Бында яңы тыуған сабыйҙар өсөн әсә һөтөн алмаштырыусы һөт ҡатнашмаһы, ҡаптарға тупланған ҡоро һөт етештереү өсөн инвестиция проекты тормошҡа ашырыла .
Мәләүездә 20 йыл элек реконструкцияға ябылған «Спартак» стадионында оҙаҡ йылдар эш башланмай, объект бикле тора. 2024 йылдан алып Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса стадион тәртипкә килтерелә . Төҙөлөш проектына ярашлы йылытыу һәм яҡтыртыу системаһы яңыртылған, электр ҡоролмалары алмаштырылған, уйын майҙанында яһалма үлән һәм махсус ҡатлам түшәлгән.
Төҙөкләндерелгән биләмәлә йәй айҙарында ярыш -уйындар, спорт турнирҙары , ә ҡыш һырғалаҡ ойоштороу күҙаллана .
Яңыртылған «Спартак» стадионында футбол , баскетбол , волейбол уйнарға мөмкин. Реконструкцияға ярашлы 500 кешегә иҫәпләнгән тамашасылар трибунаһы ла тәртипкә килтерелгән . Яҡын арала район көсө менән трибуна майҙанын киңәйтеү күҙаллана. «Спартак» стадионын асыу уңайынан бөгөн бында тәүге уйындар - Еңеү футболы ойошторолдо.
Флорида Ким