Радий Хәбиров Мәләүездә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәләүездә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты. Төбәк етәксеһе ҡайғы уртаҡлашыуын белдереп, ата-әсәләргә ысын Ватан һаҡсылары тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте. Яугирҙар хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн һәләк булғандан һуң Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Республика башлығы наградаларҙы батырҙарҙың яҡындарына тапшырҙы.