Һәр ваҡыт кешеләргә ярҙамға килергә әҙер ине. Бөгөн Нуриман районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы сержант Йәмил Төхбәтовҡа мемориаль таҡтаташ асылды. Уны Павловка ауылының Эҙләү-ҡотҡарыу отрыды бинаһында урынлаштырҙылар. Йәмил Рәмил улы тап Павловка отрядында ҡотҡарыусы булып эшләй. Мобилизацияланған яҡташыбыҙ теүәл бер йыл элек хәрби бурысын үтәгәндә вафат була. Ентекләберәк киләһе яҙмала.
Эштә генә түгел, ябай тормошта ла ярҙамсыл, көслө рухлы махсус хәрби операция геройы Рәмил Төхбәтов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды. Ул Йәмил Рәмил улының эшләгән урыны - Павловка ауылындағы эҙләү-ҡотҡарыу отрядының бинаһында урынлаштырылған. Ҡустыбыҙ ҡыйыу һәм көслө булды, туған илен, туғандарҙы яратты, ил һағына баҫырға кәрәк булған да ҡурҡыу белмәй, алғы һыҙыҡҡа юлланды, тип иҫкә ала яугирҙы ике туған ағаһы Рәсил Төхбәтов.
Мемориаль таҡтаташ асыу сараһында ҡаһарман яҡташыбыҙҙың туғандары, хеҙмәттәштәре һәм Хөкүмәт вәкилдәре ҡатнашты. Рәмил Төхбәтов 1983 йылда Ҡариҙел районында тыуа. Павловка ауылы мәктәбен тамамлағандан һуң, Өфөләге 61-се һөнәри училищеһына уҡырға инә. Ашығыс хеҙмәтте Ленинград хәрби округында БТР водителе булараҡ үтә. Сержант дәрәжәһенә тиклем үрләтелә. Әрменән ҡайтҡас та уҡыуын дауам итә. Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында белем ала. 2022 йылдан Павловка ауылындағы авария-ҡотҡарыу хеҙмәтендә ҡотҡарыусы булып эшләй.
Ысын геройҙар тыныс ваҡытта йыш ҡына иғтибарһыҙ ҡала, әммә хәүеф минуттарында улар батырлыҡ һәм тыуған илен яҡларға әҙер булыуын күрһәтә. Йәмил Рәмил улы ҡаһарманлыҡ символы булып тора. Ҡотҡарыусы - ул героик һөнәр. Берәүҙәр алғы һыҙыҡта башҡа яугирҙар менән ил тыныслығы өсөн көрәшһә, икенселәр көн дә ябай кешеләргә ярҙамға килә.
Павловка һыуһаҡлағысы республика халҡы һәм уның ҡунаҡтарын йәлеп итеүсе төп урындарҙың береһе. Уның буйында 30-ҙан ашыу ял базаһы урынлашҡан. Һуңғы йылдарҙа һатып алынған яңы техника ярҙамында ҡотҡарыусылар ваҡиға урынына күпкә тиҙерәк барып етә.
Башҡортостанда авария-ҡотҡарыу хеҙмәте Павловка ауылынан тыш, Малаяҙ ауылында, Өфө, Сибай, Күмертау, Туймазы, Дүртөйлө ҡалаларында урынлашҡан. Әлеге ваҡытта Нөгөш эҙләү-ҡотҡарыу отряды өсөн бина төҙөү эше бара. Бөгөн республиканың барлыҡ ҡотҡарыусылары хеҙмәттәшен иҫкә алды, уның батырлығына баш эйҙе.
Әлфинә Килдейәрова