Рәсәй, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстан - Башҡортостанда «Турахан» өсөнсө халыҡ-ара этнохудожество симпозиумы старт алды. Ул Евразия күсмә цивилизациялар музейы башланғысы менән ойошторолған. Сарала төрлө быуын рәссамдары ҡатнаша.
Симпозиум халыҡтарҙың мәҙәни йолаларын заманса сәнғәт призмаһы аша һаҡлауға һәм яңынан аңлауға бағышлаған. Йылдан-йыл йәш рәссамдарҙың да ҡыҙыҡһыныуы арта. Беренсе көндә үк сарала ҡатнашыусылар коллектив эш башлаған. Бында улар экспозиция, традицион кейеҙ баҫыу техникаһы менән таныша һәм халыҡ биҙәктәре мотивтары буйынса ижад итә. Симпозиум барышында төрлө музейҙарға экскурсиялар планлаштырылған. Төп маҡсат - халыҡ-ара тәжрибә уртаҡлашыу һәм тематик оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу. Рәссамдар әҫәрҙәр өҫтөндә эштең төп өлөшөн «Шүлгәнташ мәмерйәһе» музей-ҡурсаулығы биләмәһендә үткәрә. Симпозиум 13 июлдә картиналар күргәҙмәһе менән тамамлана. Барлыҡ ижад ителгән әҫәрҙәр Евразия күсмә цивилизациялар музейы фондын тулыландырасаҡ.