Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы юғары дәүләт наградалары менән бүләкләне. Яугирҙарҙы тәбрикләү сараһы Республика менән идара итеү үҙәгендә аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә үтте. Алғы һыҙыҡта ватан өсөн көрәшкән хәрбиҙәр генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Медицина взводының медицина бүлеге командирына генерал Шайморатов миҙалы тапшырылды.
Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров хөкүмәт ағзаларына «Башҡортостан геройҙары» проектында ҡатнашыусылар менән әүҙем эш алып барыу маҡсатын ҡуйҙы. Илһөйәрлек проектында уҡыу программаһын үтеү өсөн ике мең кешенән 70 яугир һайлап алынған. Июлдә улар «Башҡортостан геройҙары» сиктәрендә һөнәри уҡыуҙар үтә башлаясаҡ.