«Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкының шәхси составы өсөн яңы туҡланыу урыны асылды

Ер аҫтындағы ашхана. «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкының шәхси составы өсөн яңы туҡланыу урыны асылды. Уҡыу полигондарының береһендә урынлашҡан ҡоролма 150 квадрат метр майҙанды биләй. Бында бер юлы өс тиҫтәгә тиклем яугир туҡлана ала. Ҡала ресторандарынан бер ҙә кәм булмаған ашхана менән БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов танышты.

Киске ашҡа балыҡ һәм иҙелгән картуф. «Барс» ҡушаматлы ашнаҡсы хәрбиҙәргә мул табын әҙерләй. Әбйәлил районында тыуып үҫкән аш-һыу оҫтаһы граждан тормошта металлургия комбинатында эшләгән. Тимерҙе ҡоросҡа әйләндергән ҡулдарҙың хәҙерге бурысы - яугирҙарҙы тәмле ризыҡтар менән һөйөндөрөү. Һәр көн тиерлек итле аштар, бутҡалар, салаттар әҙерләнә. «Барс» әйтеүенсә, иң мөһиме - ризыҡтың сифаты һәм Ватан һаҡсыларының кәйефе.

Полигонда хәрби әҙерлек үткән ир-аттар хәҙер яңы ашханала туҡлана. Бөгөн ул махсус хәрби операция биләмәһендәге иң ҙур туҡланыу урыны. «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы яугирҙары өсөн тәғәйенләнгән ҡоролманы төҙөүҙә Шаран, Стәрлетамаҡ һәм Ғафури райондары ҙур ярҙам күрһәтә.

Ашхананың ер аҫтында урынлашыуы яугирҙарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итә һәм уларға тыныс шарттарҙа туҡланырға мөмкинлек бирә.

Заманса яҡтыртыу, янғын һүндереү системаһы, классик музыкаға планетаның матур урындарын күрһәткән экран, һауыт-һаба йыуыу, эҫе һәм һыуыҡ һыу. Бындай ресторан беҙҙә генә тип шаярта хәрбиҙәр. Уларҙың һәр береһе, ысынлап та, донъя күргән, күп илдәрҙә булған, тик бындай уңайлыҡтарҙы бер ҡайҙа ла осратмаған.

Шулай уҡ эргәлә яугирҙар ҡамырҙан төрлө ризыҡтар бешерә. Мейестән сыҡҡан икмәк-булка изделиелары хәрби бурыстарҙы үтәүсе подразделениеларға һәм хәрби частарға ла оҙатыла. «Башҡортостан» полкы ашнаҡсылары иһә яңы рецептар өҫтөндә даими эшләй. Уларҙың маҡсаты - һәр кем өсөн өйҙәге кеүек йылы һәм тәмле аш-һыу әҙерләү.

Илдар Байбулатов