Мәскәүҙең «Коломенское» музей-ҡурсаулығында һабантуй байрамы үтте

Уҙған шәмбе Мәскәүҙең «Коломенское» музей-ҡурсаулығында һабантуй байрамы үтте. Унда Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ҡтаншаты. Республика төбәктрендә кеүек үк, быйыл Мәскәү һабантуйы ла Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арналды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Мәскәү һабантуйының төп майҙанында һабан байрамына арналған йыр башҡорт һәм татар телдәрендә башҡарыла. 1989 йылдан алып дамими үткәрелеп килгән байрам ысынлап та ике туғандаш халыҡтың дуҫлығын данлаусы байрамға әүерелгән. Тамырҙары ике республика менән тығыҙ бәйле йырсы, Рәсәй эстрадаһы йондоҙо Алһыуҙың да яҡташтары менән осрашыуы ошо һүҙҙәрҙән башланды.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, Мәскәү һабантуйы һәр ваҡыт күп халыҡтарҙы берләштергән мөһим мәҙәни сараға әйләнә. Һабантуй сәхнәһендә парламент рәйесе республиканан ситтә башҡорт милли-мәҙәни йолаларын таратыусы милләттәштәребеҙгә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Милли йолаларҙы һаҡлауға ҙур иғтибар бүлгәне өсөн Мәскәү Хөкүмәтенә рәхмәт белдерҙе.

Республиканың башҡа төбәктәрендә кеүек үк, быйыл Мәскәу һабантуйы ла Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арналды. Ошо уңайҙан һабантуй майҙанында һуғыш ҡаһармандарына арналған күргәҙмә ойошторолдо.Ошонда уҡ махсус хәби операция яугирҙарына хат яҙырға һәм маскировка селтәрҙәре үрергә лә мөмкин ине.

Байрам сәхәнәһендә иртәнән кискә тиклем республиканың билдәле сәнғәт оҫталары сығыш яһаны. «Бишбармаҡ» оркестры, артистар Ғаяз Ғәйетбаев менән Айгөл Әсәҙуллина, мультинстументалист Зәйнетдиндың сығыштарын Мәскәү тамашасыһы йылы ҡабул итте.

Һабантуйҙа һәр кем үҙ шөғөлөн тапты. Берәүҙәр донъяның 15 иленән килгән спортсылар ҡатншлығында билбау көрәше буйынса донъя кубогын күҙәтһә, икееселәре милли аш-һыу менән һыйланды. Кескәйҙәр балалар һабантуйында күңүел асты. Мәскәүҙә йәшәгән башҡа милләт вәкилдәре лә үҙҙәренең бай йөкмәткеле мәҙәни программаһын тәҡдим итте. Халҡыбыҙҙың боронғо милли байрамы яңы йолалар менән байытыла килә.

Гөлдәриә Йосопова