Баймаҡ районы Алғаҙы ауылының 300 йыллығы уңайынан «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үтте. Тантана бай тарихлы ауылда тыуып үҫкән, ситтә йәшәгән замандаштарҙы бергә йыйҙы. Осрашыу уларҙы бергә тупланы, туғанлыҡ хистәрен яңыртты. Артабан киләһе сюжетта.
Байрамға килгән ҡунаҡтарҙы ауыл халҡы ихлас ҡаршы алды, улар менән бергә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар обелискаһына венок һалды һәм ауылдың уңған хужабикәһе үҙ йортонда ойошторған музейҙы ҡараны. Алғаҙы ауылының Сәүкәташ яланына тамырҙары ошо ауылдан булған һәр бер ара 11 тирмә ҡорған, улар башҡорт халҡының милли ғөрөф-ғәҙәттәрен, аш-һыуын, Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар, Башҡортостанда иғлан ителгән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары йылына төрлө мөйөштәр булдырылған ине.
Байрамдың байраҡтары күтәрелгәс, сараның рәсми өлөшөн район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов асты.
Төрлө сығыштар менән бай тарихлы ауылдың үткәненә байҡау яһалды, ауыл тормошона, уның йәшәйешенә ҙур өлөш индергән, әлеге мәлдә ауыл күрке булғандарына рәхмәт һүҙҙәре әйтелде.
Алғаҙының 300 йыллығына йыйылған олоһо ла, кесеһе лә туғандары менән осрашты, танышты, аралашты, шәжәрәләрҙе барланы, нәҫелдәр буйынса күп мәғлүмәт алды. Ысынлап та, ошо ҡуйылған тирмәләрҙе генә ҡарап та Түңгәүер ырыуына ҡараған был ауылда уңған, тырыш, берҙәм, башҡорт рухлы халыҡ йәшәгәнен билдәләп була ине.
Рүзилә Ғүмәрова