Саҡмағош районында ҡатын-ҡыҙҙар спорт аша сәләмәт тормошто һайлай

Һәр ваҡыт күтәренке кәйефтә һәм бер ҡасан да ауырымаҫҡа. Саҡмағош районында йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар йәш сырайлы булыу серен яҡшы белә. Бының өсөн улар даими спорт менән шөғөлләнә. Ҡарайерек ауылында йәшәүсе көмөш йәштәге гүзәл заттар өсөн һәр йәкшәмбе иртәһе спорт уйындарынан башлана. Бында улар аралаша, шулай уҡ ябай, әммә һаулыҡ өсөн бик файҙалы уйындарҙа ярыша. Физик көсөргәнештән тыш, төркөм дөрөҫ итеп тын алыу, рухи һәм интеллектуаль практикалар ҡуллана. Улар көсөргәнеште бөтөрә һәм һәм күңел төшөнкөлөгөн еңергә булышлыҡ итә.

Залда инде башлыса хаҡлы ялдағы ҡатын-ҡыҙҙар. Әммә был уларға төрлө күнегеүҙәр башҡарырға ҡамасауламай. Иң йәше - 50, иң өлкәне - 73. Ханымдар әйтеүенсә, тормош яңы ғына башлана, спорт менән шөғөлләнеү иһә сәләмәтлекте нығытыуҙың һәм йәшлекте һаҡлауҙың мөһим шарты булып тора.