Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ғафури районының Зирәкле ауылы янында 9 километр юл төҙөкләндерелде. Был участка урман янғындарын һүндереүҙә ҡулланылған махсус техника өсөн тәғәйенләнгән. Республикала янғын һүндереү көстәрен үҫтереү стратегияһы ғәмәлгә ашырыла. Һуңғы алты йылда 8 бүлексә булдырылған, 6 депо төҙөлгән, 670 мең янғын иҫкәртеү приборы таратылған.