Башҡортостанда йылытыу миҙгелен башлау ваҡыты асыҡланды

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова  белдереүенсә, район һәм ҡалалар, яуаплы ойошмалар 15 сентябргә тиклем әҙерлек паспорттары алырға тейеш. Быйыл ҡышҡы осорға әҙерлек өсөн республика ҡаҙнаһынан 4 миллиард 200 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә.