«Өфө-Арена» янында яугирҙарҙы махсус хәрби операцияға оҙатыу тантанаһы үтте

Башҡортостандан бер төркөм яугирҙар ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. «Өфө-арена» комплексы эргәһендәге майҙанда хәрбиҙәрҙе оҙатыу тантанаһы уҙғарылды. Ҡаһарман яҡташтарыбыҙ алдында Республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сығыш яһап, яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә күп яҡлы ярҙам күрһәтелеүен, алғы һыҙыҡҡа даими рәүештә гуманитар ылауҙар оҙатылыуын билдәләне. Отпускыға ҡайтыусылар уңайлы автобус менән тәьмин ителә, ике йыл ярым эсендә генә ярты меңгә яҡын рейс ойошторолған.