Өфөнөң Сипайлово биҫтәһе халҡы урамдарҙағы соҡорҙар проблемаһына зарлана. Ул автоһәүәҫкәрҙәрҙе генә түгел, йәш әсәләрҙе лә борсой. Күп ҡатлы йортта йәшәүселәрҙең төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итә. Әммә мәсьәлә асыҡ ҡала. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Булат Мәғҙәновтың Сипайлово биҫтәһендә йәшәүенә ярты йыл. Ошо ваҡыт эсендә уға урындағы төрлө проблемалар аша үтергә тура килгән. Ямғырҙан һуң йыйылған күләүектәр , юлдағы соҡорҙар ялҡытырға ла өлгөргән .
Күп ҡатлы йортта йәшәүселәргә төрлө яуаплы инстанцияларға ла мөрәжәғәт итергә тура килгән.
Ә соҡорҙар автоһәүәҫкәрҙәр өсөн генә түгел, йәш бала тәрбиәләгән әсәләр өсөн дә проблема булып ҡала. Ямалғандан ямалмаған урындарҙан үтеү яҡшыраҡ, ти улар.
Әлбиттә, соҡорҙар мәсьәләһе бер Өфөнөң Сипайлово биҫтәһенә генә ҡағылмай. Ул республика район-ҡалаларында ла етерлек. Архангел районының Ҡурғаш ауылы аша үткән юлда мәҫәлән, соҡорҙарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Шуларҙың береһендә мин дә «эләктем». Алмаш тәгәрмәстә ярҙам һорап шина монтажы салонына барырға тура килде.
Соҡорҙарға эләгеп тәгәрмәсен тишеп килеүселәр көндә бар. Хатта, сират булып китә, ти салон хеҙмәткәрҙәре. Тик ҡайһы бер автоһәүәҫкәрҙәрҙең тәгәрмәсе ямауға алынһа, бәғзеләргә яңыһын һатып алырға тура килә.
«Башкиравтодор» ойошмаһы төбәк һәм муниципаль әһәмиәттәге юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау уңышлы алып барылыуын билдәләй. Бөгөнгә тиклем йәмғеһе 60 меңдән ашыу соҡор ямалған. Эш миҙгел тамамланғансы дауам итер тип көтөлә. Сипайлово халҡы ла биҫтә юлдарының төҙөкләндерелеүен көтөп ҡала.
Азат Ғәлиуллин