Кесе Ватанға һөйөү тәрбиәләп. Иглин районында йәйге һауыҡтырыу лагерҙарының «Орленок - тыуған яҡты өйрәнеүсе» проектының йомғаҡлау этабы үтте. Башланғыс «Беренселәр хәрәкәте» Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр ижтимағи-дәүләт хәрәкәте Гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған. Федераль конкурсҡа мең ярымдан ашыу заявка ҡабул ителгәйне, Иглин ауылының 2-cе мәктәбе райондың 90 йыллығына арналған проект менән еңеүселәр иҫәбенә инде. Уға ярашлы, белем усағында муниципалитеттың тарихы, тәбиғәт байлыҡтары, мәҙәниәте тураһында лекциялар ойошторолған, иҫтәлекле урындары буйлап экскурсиялар, төрлө оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылған.
Проекттың йомғаҡлау этабында балалар уйында ҡатнашып, Иглин районының тәбиғәт ҡомартҡылары тураһында һөйләне, рәсемдәрендә төшөрҙө, шулай уҡ муниципалитет биләмәһендә асырға теләгән производство предприятиелары проекттары менән таныштырҙы. «Орленок - тыуған яҡты өйрәнеүсе» трегы һөҙөмтәләре буйынса Данис Тикеев исемендәге 4-се мәктәптең «Бригантина» отряды еңеүсе тип танылды.