Өфөгә гастролдәр менән Мәскәүҙең Никулин исемендәге күсмә циркы килде. Ижади коллектив тамашасыларға Владимир Дерябкиндың «Династия» тип исемләнгән өр-яңы шоу-программаһын тәҡдим итә. Яңы миҙгелдең төп ваҡиғаһы - донъялағы берҙән-бер Төньяҡ диңгеҙ арыҫландары аттракционы сығышы. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Мәскәүҙең Никулин исемендәге күсмә циркы Өфө-аренаның парковка майҙанында урынлашҡан. Цирк баш ҡалала гастролдәр менән икенсе тапҡыр. Был юлы Владимир Дерябкин труппаһы тамашасыларға өр-яңы «Династия» тип исемләнгән шоу-программаһын тәҡдим итә.
Труппаның барлыҡ ағзалары цирк артистары нәҫеленән. Тотош ғаиләләре менән сығыш яһаусы артистар тамашаға айырым йәм өҫтәй. Труппаның художество етәксеһе Владимир Дерябкин билдәле цирк артисы, айыуҙарҙы өйрәтеүсе, клоун, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Владимир Дерябкиндың улы. Бала сағын цирк майҙанында үткәргән Владимир Владимирович хәҙер инде үҙенең номерҙарында кесе улы Сафрон менән сығыш яһай.
Йәш тамашасыларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен экзотик йәнлектәрҙән тыш, акробаттарҙың трюктары, фокустар, лазер голограммаһы, арбалеттарҙан сәпкә атыу кеүек номерҙар хайран ҡалдырҙы. Һәр артистың сығышын оркестр башҡарыуында тере музыка оҙата.
Яңы миҙгелдең төп ваҡиғаһы - донъялағы берҙән-бер Төньяҡ диңгеҙ арыҫландары аттракционы. Уларҙы өйрәтеүсе Василий Тимченко Рәсәйҙә генә түгел, Испания, Италия, Франция илдәрендә лә киң билдәлелек яулаған артист.
Программа авторҙары һаулыҡ мөмкинлектәре сикле һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға, шулай уҡ күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе малай-ҡыҙҙарға тамашаға билеттар меннә бушлай тәьмин итте. Билеттар шулай уҡ «Ватанды Һаҡлаусылар» фондына, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына ла бушлай тапшырылды.
Никулин циркының баш ҡалалағы премьераһы ҙур аншлаг менән үтте. Артистарҙың сағыу һәм үҙенсәлекле сығыштары бер тамашасыны ла битараф ҡалдырманы. Өфө-арена майҙаны янында урынлашҡан Шапито циркының «Династия» шоу-программаһы 15 августҡа тиклем дауам итә. Тамашанан ситтә ҡалмағыҙ.
Гүзәл Мөхәмәтйәнова