Рәсәйҙең сәнәғәт һәм энергетика министрлығы бәләкәй авиация өсөн перспективалы двигатель етештереү буйынса Башҡортостан проектына ярҙам күрһәтәсәк. Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин «Иннопром-2025» халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡарағандан һуң ошондай йөкләмә бирҙе. Ҡунаҡтарҙы төбәктең сәнәғәт ҡеүәте менән Радий Хәбиров таныштырҙы.
Республика башлығы Михаил Мишустинға, беренсе вице-премьер Денис Мантуровҡа һәм Сәнәғәт һәм сауҙа министры Антон Алихановҡа М105 двигателенеңҠытай партнерҙары менән берлектә Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе майҙансығында етештерелергә тейешлеге хаҡында һөйләне. Ҡеүәте 115 ат көсөнә эйә булған заманса поршен агрегаты Рәсәй баҙарында импорт аналогтарын алмаштырырға мөмкинлек бирәсәк. Двигателҙең тәүге өлгөләре ресурс һынауҙары үтә. Рәсәй хөкүмәте ағзалары шулай уҡ республика етештергән пилотһыҙ техниканы, дрон өсөн электр двигателдәрен һәм юғары үтеүсәнлектәге квадроциклдарҙы юғары баһаланы. Шулай уҡ стендта Михаил Мишустин илдә беренсе булып суперабсорбциялы полимерҙар етештереү буйынса завод проекты менән танышты, Радий Хәбиров уға телекүпер режимында старт бирҙе. Хөкүмәт рәйесе һүҙҙәренсә, Башҡортостан һәр ваҡыт үҙенең нефть химияһы, машиналар эшләү тармағы һәм фәнни мәктәбе менән дан тота.
«Иннопром» халыҡ-ара форумы эшлекле бәйләнештәр булдырыу өсөн иң уңайлы майҙан иҫәпләнә. Бөгөн Башҡортостан менән Киров өлкәһе араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документ сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни өлкәләрҙә ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Радий Хәбиров Киров өлкәһе делегацияһын төбәктең мөмкинлектәре менән танышыу һәм берлектәге проекттаға нигеҙ һалыу өсөн эш сәфәре менән республикаға саҡырҙы. Киров өлкәһе губернаторы Александр Соколов үҙ сиратында Башҡортостан менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә ҙур ышаныс бағлауын белдерҙе.